12:02 (UTC+5), 29 Октября 2009

Өфөлө “Көнъяҡ Урал археографияһы” конференцияһы үтте

Марина Шумилова
Өфөлө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт архивы хеҙмәтенә 90 йыл тулыуына арналған “Көнъяҡ Урал археографияһы” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Конференцияла БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Әхмәт Хисмәтуллин, Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе, профессор Айһылыу Юнысова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт архивы хеҙмәте ветерандары, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм бер нисә Рәсәй төбәктәре ғалимдары сығыш яһаны.
Ғилми форумда ҡатнашыусылар БР-ҙың Дәүләт архивы хеҙмәте тарихы, республикала архив эшенең бөгөнгө хәле, архив эшенең артабанғы үҫешендә төбәктәрҙәге тарих-архив һәм археографик ғилми йәмғиәттәр һәм комиссияларҙың роле кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Көнъяҡ-Урал архивсылары һәм тарихсылары үҙ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, ижади бәйләнештәрҙе нығытыу, архив эше, документтар әйләнеше һәм археография өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашыу һорауҙарына ла туҡталды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика