04:20 (UTC+5), 29 Октября 2009

“Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы Өфө тамашасыларын нәфис композициялары менән ҡыуандырҙы

Любовь Колоколова
Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында асылған “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2009” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә “Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы экспозицияһы үҙәк урынды биләй. Ҡатмарлы технология буйынса әҙерләнгән, нәзәҡәтле биҙәлешле композициялар арт-класс кулинар изделиелары иҫәбенә керә. Уларҙың барыһы ла Башҡортостандың кулинарҙар ассоциацияһы президенты, предприятиеның директоры Милс Ҡадыровтың уҡыусыларының автор эштәре.
“Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы кулинарҙары һәм кондитерҙары тыуҙырған әҫәрҙәр ( ә уларҙы икенсе төрлө атарға тел әйләнмәй!) күҙҙең яуын алып тора.
“Камиллыҡҡа” тип исемләнгән композиция түңәрәк өҫтәлдә йәйелгән күлде хәтерләтә: тап-таҙа һыу эсендә шаян балыҡтар йөҙә, яр буйынан алтынға мансылған мөһәбәт торна үҙенең батшалығын күҙәтә… Бына ошондай әкиәттәй матур уратылышта балыҡтарҙың бер нисә сортынан әҙерләнгән ашамлыҡтар бирелгән. Уларға башҡа иҫ китмәле биҙәлешле ашамлыҡтар ҡушыла. Мәҫәлән, “ҡаймаҡ-шарап соусындағы бүҙәнә бото”. Уларҙың барыһын да предприятиеның производство бүлеге инженер-технологы Людмила Куклина әҙерләгән.
Йәш оҫталар Наталья Еникеева һәм Ольга Илларионова үҙҙәренең композицияһын “Сихри бейеү” тип атаған. Шоколадтан эшләнгән музыка ҡоралы, тылсымлы сәскәләр, күбәләк кеүек осоп китерҙәй бейеүсе фигуралары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын.
Кулинария буйынса мәртәбәле конкурстар һәм чемпионаттар лауреаты Ольга Сытина һүҙҙәре буйынса, “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең оҫталығы, ижади фантазиялары күргәҙмәнән күргәҙмәгә арта килә. Яңы исемдәр асыла, яңы технологиялар үҙләштерелә. “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы һәр ваҡыт кулинария модаһының авангардында барасаҡ.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика