Популяр театр һәм кино актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, күп һанлы премиялар лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Чулпан Хаматова шәфҡәтлелек маҡсаты менән Өфөлә булып китте. Ул Мәскәүҙән осоп килеп төшкәс тә тура Республика балалар клиник дауаханаһына юл алды, унда онкология бүлексәһендә ауырыу балаларға дарыуҙарҙы дозалап индереү өсөн “инфузомат” аппараты тапшырылды.
Аппаратты һатып алыуға средстволар үҙ шәфҡәтлелеге һәм социаль проблемаларға иғтибары менән айырылып торған Тойота-Үҙәк-Өфө компанияһы тарафынан бүленде. Клиникаға барғандан һуң Тойота-Үҙәктә Чулпан Хаматова ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Билдәле булыуынса, ул онкологик сирле балаларға ярҙам итеүсе “Ғүмер бүләк ит” фондының ҡушма ойоштороусыһы булып тора. Фонд эшмәкәрлегенә ул шул тиклем күп ваҡытын бүлә, хәҙер, үҙе әйтеүенсә, кинола төшөргә мөмкинлеге лә ҡалмай. Мәскәү клиникалары пациенттары араһында Өфөнән дә балалар бар, тине ул. Улар баш ҡалаға йыл һайын килә.
- Республика балалар клиник дауаханаһына барыу һәм врачтар менән аралашыу миндә бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тине журналистарға Мәскәү ҡунағы. – Медперсонал балаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, тип уйлайым. Һеҙҙә шундай һоҡланғыс белгестәр булыуына шатланырға ғына ҡала. Бүләк итеүселәрҙең позицияһы ла оҡшаны: улар үҙҙәрен бик тыйнаҡ һәм әҙәпле тоталар.
Актриса, “Ғүмер бүләк ит” фондының эшмәкәрлеге әһәмиәте һәм күләме буйынса төрлө эштәрҙән ғибәрәт – ҡатмарлы операцияларҙан һәм дарыуҙар эҙләүҙән алып балалары менән ата-әсәләрҙе вокзалда ҡаршы алып, клиникаға оҙатып ҡуйыуға тиклем, тип хәбәр итте. Был бик етди эш, тип билдәләне ул.
Матбуғат конференцияһының икенсе өлөшө өсөнсө быуын Toyota Prius автомобиле менән таныштырыуға ҡайтып ҡалды. Рәсәйҙә уның беренсе хужаһы булып Чулпан Хаматова тора. Әлбиттә, матбуғат һорауҙары бензинда ла, шулай уҡ электр разрядын ҡулланып та эшләүсе экономиялы гибрид двигателе менән был транспорт сараһын файҙаланыу өҫтөнлөктәренә ҡағылды.
- Был автомобилгә идара иткәндә миңә хатта Мәскәүҙәге икһеҙ-сикһеҙ тығындарҙа торғанда ла уның тирә-яҡ мөхитте бысратмауын тойоу ғына ла рәхәт, - тип таныны Чулпан. – Етмәһә, салоны иркен һәм уңайлы, унда минең ҡыҙҙарым уйынсыҡтары һәм үҙ әйберҙәре менән иркен һыя. Машина тауышһыҙ эшләй, һәм мин үҙем яратҡан музыканы йәки театр спектаклдәре яҙмаларын бер ниндәй ҡамасауһыҙ тыңлай алам.
“Горн” реклама бюроһы уйындар һәм приздар менән ҡыҙыҡлы шоу-программа әҙерләгәйне. Һуңынан актриса Өфөлә был автомобилде беренсе булып һатып алыусы йәш ҡатын менән иҫтәлеккә фотоға төштө.