09:50 (UTC+5), 29 Октября 2009

Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла 60 әсә бүләкләнде

Эльмира Сабирова
“Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла 60 күп балалы әсә бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаларын уларға БР Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тапшырҙы. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән күп балалы әсәләр араһында берәүһе генә булманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, бының сәбәбе ҙур ихтирамға лайыҡ – Баҡалы районынан Людмила Пигина ғаиләһендә түҙемһеҙлек менән ошо көндәрҙә тыуасаҡ алтынсы баланы көтәләр.
Республика йортонда күп балалы әсәләр һикһәненсе тапҡыр йыйыла. Уларҙы ҡотлап, 1998 йылда күп балалы әсәләрҙе ҡотлау традицияһын тергеҙеп, республика властары ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың - әсәләрҙең абруйын күтәрергә теләне, тине төбәк башлығы. Бөгөн 4000-дән ашыу әсә был миҙал менән бүләкләнгән.
– Республикала һуңғы дүрт ай эсендә тыуым кимәле артты, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Ләкин Бөрйән районында башҡа райондарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк бала табалар. Тыуым буйынса беҙ Чечня һәм Ингуш республикаларынан ғына ҡалышабыҙ.
Әлбиттә, республика властарының күп балалы әсәләргә ҡарата иғтибары миҙал тапшырыу менән генә сикләнмәй. Федераль түләүҙәрҙән тыш, республикала күп балалы ғаиләләргә социаль пособиелар түләнә, төрлө льготалар ҡаралған.
Залда ултырған әсәләргә мөрәжәғәт итеп, Президент бала табырға ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы:
– Бала тапҡан һайын, һеҙ йәшәрәһегеҙ, шикелле. Бөтәгеҙ ҙә шундай матур, һеҙгә ҡарап, күп балалы әсә,тип кем әйтһен. Ләкин бында ирҙәрегеҙҙең дә өлөшө булыуын онотмағыҙ.
БР Президенты ҡулынан наградаларҙы алғанда һәр әсә республика башлығына улар хаҡында хәстәрлек күреүҙәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика