14:15 (UTC+5), 28 Октября 2009

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестивале бара

Эльмира Сабирова
Бөгөн баш ҡаланың 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәбе-интернатында мөмкинлектәре сикләнгән балалар слеты башланды. Ул ике йылға бер тапҡыр үткәрелә, быйыл иһә туғыҙынсы тапҡыр үткәреләсәк. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған сараның ойоштороусыһы - БР Мәғариф министрлығы. Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың 37 махсус учреждениеһынан 200-гә яҡын бала йыйылған. Ҡатнашыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре буйынса бәйгеләр көтә. Балалар шиғыр уҡыу, йыр башҡарыу, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек ижади конкурстарҙа ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.
— Беҙҙең ҡарашҡа һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә еңеүселәр,— тине БР Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Владимир Аристархов.
— Сөнки һеҙ үҙегеҙҙең ныҡышмалы һәм көслө булыуығыҙ, тормошҡа оптимистик кәйеф менән ҡарауығыҙ арҡаһында бөгөнгө фестивалдә ҡатнашаһығыҙ.
Фестивалде тантаналы асыу сиктәрендә Владимир Аристархов “ Рәсәй буяҙары” күргәҙмәһе призерҙары һәм еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.
— Сараның төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына йүнәлтеү, — тине БР Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты Любовь Еремеева. — Балаларҙың бөтә яҡлап ни тиклем һәләтле булыуҙарын барыһына ла күрһәткебеҙ килә беҙҙең. Ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү уларға башҡа кешеләр менән аралашырға ярҙам итә бит.Уның менән махсус мәктәптәрҙә тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләрелә килешә.
— Беҙҙең балалар оло тормошҡа ҙур ҡыйынлыҡтар менән баҫа. — ти улар. — Рух ныҡлығына, ҡыйыулыҡҡа, батырлыҡҡа көн һайын имтихан үтә улар. Шуға күрә беҙҙең өсөн ошо тормошта уларҙың юғалып ҡалмай, үҙ урындарын табыуы бик мөһим.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика