13:03 (UTC+5), 27 Октября 2009

Хореография училищеһы уҡыусылары Германия һәм Францияла сығыш яһаясаҡ

Әлфиә Әһлиуллина
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында тәрбиәләнеүсе 40-ҡа яҡын буласаҡ балет артистары Германияла үтәсәк яуаплы гастролдәргә әҙерләнә. Башҡорт хореография училищеһының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Леонора Ҡыуатова хәбәр итеүенсә, коллектив 22 ноябрҙә юлға сыға һәм гастролдәр бер ай тиерлек барасаҡ.
– Беҙ Германияның 20-гә яҡын ҡалаһында сығыш яһарға тейешбеҙ, – тине Леонора Ҡыуатова. – Улар иҫәбендә Лейпциг, Дрезден һәм башҡалар. Немец тамашасыларына беҙ классик рус балетын – “Аҡҡоштар күлен” күрһәтәсәкбеҙ.
Төп ролдәрҙе сығарылыш синыф уҡыусылары, Галина Уланова фонды стипендиаты Анастасия Тихомирова, Эльдар Йәнгиров, Сабина Саттарова башҡара.
Ошо аҙнала училищеның тағы ла өс уҡыусыһы йыл һайын Парижда үткәрелгән “Йыһан йәшлеге” халыҡ-ара балалар коллективтары фестивалендә ҡатнашыу өсөн Францияға юлланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика