06:11 (UTC+5), 27 Октября 2009

Башҡортостандың иң матур ауылы – Түбәнге Ләмәҙ

Әлфиә Әһлиуллина
Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында “ 2009 йылда Башҡортостандың иң матур ауылы” телевизион фестиваленең һуңғы этабы булып үтте. Байрам сараһында был фестивалдең быйылғы еңеүселәре – Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡы, Күгәрсен районының Тәүәкән һәм Мәсетле районының Абдулла ауылдары вәкилдәре, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре ҡатнашты.
Һәр ауыл был байрамға үҙҙәренең тыуған төйәге, уның халҡы менән таныштырған матур концерт программалары әҙерләгән.
Хужалар исеменән “Һомай” балалар фольклор ансамбле сығыш яһаны.
–“2009 йылда Башҡортостандың иң матур ауылы” телевизион фестивалендә яуланған еңеү мәртәбәле , – тине үҙенең сығышында Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов. – Ул беҙҙе Тәүәкән һәм Абдулла кеүек төҙөкләндерелгән, йәмле ауылдар рәтенә индерҙе. Әлбиттә, был еңеү беҙҙең халыҡ өсөн артабан да намыҫлы эшләргә, тырышып донъя көтәргә этәргес булып торасаҡ.
Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт–аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, телефестивалдең финалына сығыусыларҙың барыһы ла телевизор, видеоуйнатҡыс, саң һурҙырғыстар менән бүләкләнгән.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә Фәрүәз Урманшин, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Әлфиә Юлсурина, Рөстәм Ғизатуллин, Ғәзим Ильясовтың сығыштары көтөлмәгән бүләк булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика