07:34 (UTC+5), 27 Октября 2009

Ҡазанда “Рәсәй – спорт державаһы” Бөтә Рәсәй форумы тамамланды

Дмитрий Слезин
Ҡазанда “Рәсәй – спорт державаһы” Бөтә Рәсәй форумы тамамланды. Форум сиктәрендә “Рәсәй Федерацияһында 2020 йылға тиклем физик культураны һәм спорты үҫтереү стратегияһы һәм уны ғәмәлгә ашырыу механизмдары” тип исемләнгән физик культура һәм спорт өлкәһендә башҡарма власть органдары етәкселәренең семинар–кәңәшмәһе үткәрелде.
Шулай уҡ “Дөйөм белем биреү шарттарында физик тәрбиәне модернизациялау”, “Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорты үҫеше торошо һәм киләсәге”, ”Спорт тармағы – иҡтисадтың инновацион үҫеше” темаларына “түңәрәк өҫтәлдәр” ойошторолдо.
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы делегацияһын ведомство башлығы Александр Никерин етәкләне. Форум эшендә параолимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, министрлыҡтың баш белгесе Артем Тимофеев һәм Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Венер Абзалов ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика