11:25 (UTC+5), 26 Октября 2009

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр фәнни конференцияһы үтәсәк

Эльмира Сабирова
27 октябрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетында Бөтә Рәсәй “Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр фәнни конференцияһы башлана.
Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара 2007 йылдан алып уҙғарыла һәм университеттың фәнни эшмәкәрлеге һәм профессиональ уҡытыу буйынса бөтә йүнәлештәрен һәм белгестәрен йәлеп итә. Конференция билдәле ғалим, Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1961 -1992 йылдарҙа ошо уҡыу йортоноң ректоры Рыфат Мәүлитов исеме менән аталған.
Шуны әйтергә кәрәк, быйыл “Мәүлит уҡыуҙары” Бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының фәнни-техник өлкәһендә “Йәштәр фәнни–инновацион конкурсында ҡатнашыусы” Программаһы буйынса аккредитация алды.
Өфө форумында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербург, Томск, Һамар, Ҡазан, Пермь, Рыбинск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килделәр. Республиканың һәм Рәсәйҙең әйҙәүсе предприятиелары белгестәре, мәктәп уҡыусылары, студенттары һәм аспиранттары 700-ҙән ашыу доклад менән сығыш яһаясаҡ. Егерме дүрт секцияның эшендә төрлө мәсьәләләр ҡараласаҡ.
“Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр фәнни конференцияһы ике көн дауамында барасаҡ. Форумда ҡатнашыусылар өсөн бай мәҙәни программа ла әҙерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика