10:20 (UTC+5), 26 Октябрь 2009

“Атайсал” арт-проекты сиктәрендә Башҡортостандан ижади төркөм Пермь ҡалаһында булып ҡайтты

Марина Шумилова
Уҙған ял көндәре “Атайсал” арт-проекты сиктәрендә Башҡортостандан ҙур ижади төркөм Пермь ҡалаһында булып ҡайтты. Ноябрҙә беҙҙең республикала үтәсәк Пермь башҡорттары көндәре алдынан Башҡортостандың сәнғәт оҫталары унда ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны, балалар республика сәнғәт конкурстары лауреаттары һәм дипломанттарының ижади эштәре күргәҙмәһен асты.
Билдәле музыканттар һәм халыҡ сәнғәте белгестәренең оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. РФ атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Азат Айытҡолов һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Тәфтизән Зәйнышев ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр. Теләүселәр башҡорт думбыраһында ( дәрестәрҙе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәргәлина алып барҙы) һәм ҡубыҙҙа (Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Ғәрифә Кудрявая) уйнау нескәлектәрен үҙләштерҙе һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Юлия Зәйнышеванан башҡорт халыҡ бейеүҙәрен отоп ҡалырға тырышты.
Башҡортостан делегацияһы Пермь башҡорттары ҡоролтайына 34 башҡорт халыҡ музыка ҡоралы (20 ҡурай һәм 14 ҡубыҙ), бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев ижадына арналған DVD дискылар, шулай уҡ дөйөм суммаһы 30 меңдән ашыуға уҡыу- методик һәм ноталар әҙәбиәте бүләк итте.
Әйткәндәй, быйыл “Атайсал” арт-проекты Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика