11:48 (UTC+5), 23 Октября 2009

Өфөлә православие модаһы фестивале үтәсәк

Эльмира Сабирова
24 октябрь М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты Өфө филиалының концерт-театр залында православие модаһы фестивале үтәсәк.
— Бындай фестиваль үткәреү тураһында күптән уйлай инем . — тине был сараны ойоштороусы, ”Александр Невский” хәрби-патриотик клуб директоры Виктор Иванов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт беҙҙең ҡатын–ҡыҙҙарыбыҙҙың өҫ кейемдәре күңелгә ятышлы булмай. Ошо фестиваль аша беҙ уларға тәбиғәт тарафынан ни тиклем матурлыҡ, нескәлек һәм наҙ һалынғанын күрһәтер инек.
Ҡунаҡтарға 50-нән ашыу көндәлек һәм байрамса моделдәр күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, күлдәктәр, итәктәр һәм блузкаларҙың барыһы ла ҡулдан тегелгән. Һәр бер әйберҙең шәхси стиле булғас, уларҙы эксклюзив тиергә була.
Виктор Иванов һүҙҙәренсә, фестивалгә сығарыласаҡ өлгөләр ҡара төҫтәге формаһыҙ балахондар түгел. Киреһенсә, заманса фасондарҙы һәм мода йүнәлештәрен иҫәпкә алынып тегелгән зауыҡлы әйберҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика