05:14 (UTC+5), 23 Октября 2009

Өфөлә Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте

Любовь Колоколова
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримгә 90 йәш тулыуға арналған хәтер кисәһе булып уҙҙы. Унда Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, халыҡ шағирының туғандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, артистар һәм студенттар ҡатнашты.
Почетлы ҡунаҡтар араһында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Мәскәү, Силәбе ҡалалары, Татарстан, Сыуаш, Марий Эл республикаларынан килгән абруйлы ҡунаҡтар булды.
Хәбәр итеүебеҙсә, БР Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған байрам сараларында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән билдәле әҙиптәр ҡатнаша. Хәтер кисәһендә лә Рәсәй Яҙыусылар союзының ағзалары ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Геннадий Иванов, идара секретарҙары Йәмил Мостафин, Ринат Харисов, Валерий Воробьев, Рамазан Шәғәлие, Татарстан республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Илфат Ибраһимов, Марий Эл республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Василий Крылов һәм башҡалар.
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев үҙенең сығышында Мостай Кәримдең юбилейы бөтә халыҡ байрамына әйләнеүе тураһында әйтеп үтте. “Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһындағы хәтер быуаттар буйына һаҡланасаҡ”. – тине ул.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика