Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
-0.18
100.8
+0.41
71.61
-0.36
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2009, 11:49
Сынтимер Баязитов: “Доньяла иң ҡәҙерлеһе — балаларҙың бәхетле күҙҙәре”
—Доньяла иң ҡәҙерле нәмә — балаларҙың бәхетле күҙҙәре ул. — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә -2009” ҡала конкурсы призерҙарын һәм еңеүселәрен ҡотлап, — Бөгөн һеҙ балаларҙы тәрбиәләү буйынса иң яуаплы эш алып бараһығыҙ. Һәр баланың үҙ ғаиләһе булырға тейеш. Ошоно маҡсат итеп ҡуйған ҡала,республика һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыусылар бит һеҙ.
Был конкурс беренсе тапҡыр 2007 йылда үткәрелде. Быйыл иһә ҡала этабына 13 ғаилә сыҡты. Улар араһынан иң яҡшылары өс номинация буйынса һайланды: аҫрауға алыусы, патронат һәм тәрбиәгә алыусы ғаилә. Ләкин конкурста ҡатнашыусы ғаиләләрҙә аҫрауға алынған һәм үҙ балаларыңа айырып ҡарау бөтөнләй юҡ.
“Беҙҙең ғаиләлә балаларҙы сит йәки үҙеңдеке тип айырып ҡарау юҡ. Минең өсөн улар бөтәһе бер туған, ҡәҙерлеләр”. — ти “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә” призеры Лариса Нечаева. Йәш ҡатынға 36 йәш, ул өс бала тәрбиәләй, кеселәренә ни бары һигеҙ ай ғына. Ғаиләгә тәрбиәгә алынған Эдгар Ғарифуллин үҙенең шатлығын һис тә йәшермәй: ”Һинең хаҡта берәй кеше хәстәрлек күрә икән, ул ҙур бәхет икән ул.”
Конкурста ҡатнашыусы һәр ғаиләнең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы. Әммә уларҙың барыһын да балаларға булған ысын мөхәббәт берләштерә. Мәҫәлән, 11 йәшлек Маша һәм уның апаһы 14 йәшлек Лизаны өләсәһе тәрбиәләй. Ольга Александровнаға 70 йәш. Оло йәшенә ҡарамай, ул үҙенең ейәнсәрҙәренең ижади һәләттәрен үҫтереүгә бөтә көсөн һәм тырышлығын һала.
— Ҡыҙҙарымдың бәхетле, сәләмәт һәм уңышлы булып үҫеүҙәре өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын.— ти ул. — Лиза Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында өсөнсө класта уҡый, ә Маша бейеү түңәрәгенә һәм һынлы сәнғәт студияһында дәрестәр ала.
Ләкин һәр конкурстың үҙ еңеүселәре була. “Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә” итеп Фатьяновтар ғаиләһе танылды, аҫрауға алған ғаиләләрҙән Семеновтар, ә “Иң яҡшы патронат ғаилә” номинацияһында Закировтар еңде. Әйткәндәй, “Рәсәй ғаиләһе” Бөтә Рәсәй премияһы лауреаттары Семеновтар ғаиләһендә 13 бала тәрбиәләнә. Уларҙың дүртәүһе айырым йәшәй.
Еңеүселәргә иҫтәлекле дипломдар һәм 50 мең һум күләмендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы премиялары тапшырылды.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
социаль яҡлау
Читайте нас: