05:11 (UTC+5), 22 Октября 2009

Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томы сығасаҡ

Әлфиә Әһлиуллина
Ошо көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының 3000 тираж менән беренсе томы баҫылып сығасаҡ. Уны Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Фирҙәүес Юнысова әҙерләне.
Илгиз Мостафа улы һөйләүенсә, Мостай Кәрим тере саҡта уҡ уның бер нисә әҫәрҙәр йыйынтығы сығарылған.
- Был күп томлыҡта әҫәрҙәренең тулыраҡ йыйынтығы биреләсәк, - тип аңлатты ул. – Атап әйткәндә, уның беренсе томына атайымдың 1934 йылдан 1969 йылға тиклем осорҙа яҙған шиғри әҫәрҙәре инәсәк.
Мөхәррирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Әҫәрҙәр йыйынтығының беренсе томы өҫтөндә эшләүе ярайһы уҡ ауыр ғына булған. Был авторҙың үҙ әҫәрҙәренең датаһын ҡуйыуға еңел ҡарауы, ҡайһы берҙә яҙылған айын ғына күрһәтеүе менән бәйләнгән. Бынан тыш, хәҙерге уҡыусыға теге йәки был әҫәрҙәре менән бәйле шағир ғүмере осороноң ҡайһы бер реалийҙарын аңлатып китергә кәрәк булған.
- Дөйөм алғанда, был редакторлау ғына түгел, фәнни эш тә һалынған Мостай Кәримдең беренсе баҫмаһы, - тине Илгиз Кәримов.
Күп томлыҡтың беренсе китабына ҡасандыр ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан һәм унан һуң күренмәгән күп шиғырҙары инде. Нигеҙҙә, былар уҙған быуаттың 35-36-сы йылдарында яҙылған әҫәрҙәр.
- Уларҙың әһәмиәте шағирҙың таланты, донъяны танып белеүе үҫешеүенең ниндәйҙер стадияһын асыҡ күрһәтеүенә ҡайтып ҡала, ә был, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы, - ти Илгиз Мостафа улы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика