18:45 (UTC+5), 21 Октября 2009

Мостай Кәримдең 90 йыллығына арналған театр фестивале тамамланды

Өфөлә башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале тамамланды. Фестивалде ябыу тантанаһы бөгөн БР Милли йәштәр театрында үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың комитеты рәйесе Рауил Бикбаев, Мостай Кәримдең ейәнсәре Тимербулат Кәримов ҡатнашты.
БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, тантананы асып, былай тине:
— 20 октябрь республика халҡы өсөн үҙенсәлекле көн. Театр фестиваленең күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, драматург һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тап тыуған көнөндә ябылыуына мин шатмын. Ә инде залдың уның ижадын һөйөүселәр менән шығырым тулыуын күреүе икеләтә шатлыҡ. Фестиваль ойоштороу осорон кисергәндә, беҙ барыбыҙ ҙа уның нисек үтер икән, тип борсолғайныҡ. Бөгөн килеп күрәм, Мостай Кәримгә ҡағылышлы саралар юғары ойошҡанлыҡ менән үтә. Фестивалдә республиканың бөтә театрҙары ҡатнашты, уларҙың һәр береһе Мостай Кәримдең әҫәре буйынса спектакль күрһәтте. Тамашасылар ҙа был спектаклдәргә ҙур теләк менән йөрөнө. Әҙиптең тормошона һәм ижадына булған мөнәсәбәттең иң сағыу күрһәткесе ошо түгелме?
Тантанала ҡатнашыусы Тимербулат Кәримов 20 октябрҙең улар өсөн ҙур ғаилә байрамы икәнлеген әйтеп үтте.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым тере саҡта алыҫ аралар арҡаһында йыш осрашманыҡ. — тине ул. — Бөгөн мин уны шул тиклем йомшаҡ күңелле, йомарт, аҡыллы кеше итеп күҙ алдына килтерәм. Ошо сифаттарҙы уның әҫәрҫәрендә күреүемә, уның аҡыллы кәңәштәрен табыуыма мин бик тә шатмын.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика