Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.87
0
104.74
0
79.54
+1.49
11+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2009, 15:38
ӨДНТУ һәм «Шлюмберже» компанияһы килешеү төҙөнө
Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәйҙә нефть-газ профилендәге иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе булараҡ, сит ил компанияларының иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә бара. “Шлюмберже” компанияһы менән ӨДНТУ араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу быны тағы бер тапҡыр раҫлай.
Хәйер, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм табыу өлкәһендә хеҙмәтләндереүҙәр, ҡарарҙар һәм технологиялар менән донъяла иң ҙур тәьмин итеүсенең беҙҙең вуз менән хеҙмәттәшлеге бик күптәнән килә.
— «Шлюмберже» компанияһы менән беҙ 14 йыл тирәһе эшләйбеҙ, — тине ӨДНТУ-ның дөйөм мәсьәләләр буйынса проректоры Олег Пешкин. – Был ваҡыт эсендә ӨДНТУ компания өсөн байтаҡ белгестәр әҙерләне — хәҙерге ваҡытта унда беҙҙең вузды тамамлаусы 70 кеше эшләй.
Сит ил фирмаһы персоналы буйынса директор Жан-Пьер Фье әфәнденең һүҙҙәренә ҡарағанда, компаниялағы 85 мең хеҙмәткәрҙең 15 меңе – урыҫтар. Был иң ҙур белгестәр вәкиллеге, һан буйынса ул былтырғы йылға тиклем алда килгән американдарҙан да артығыраҡ.
— Беҙ компания эшкә ҡабул иткән белгестәрҙең сифатын күҙәтеп барабыҙ. Һеҙҙең вузды тамамлаусылар карьера баҫҡысы буйлап тиҙ үрләй, – тип билдәләне Фье әфәнде.
Яңы килешеү сиктәрендә Шлюмберженың Себер үҙәгендә уҡытыусыларға стажировка үткәреү һәм студенттарға таныштырыу практикаһы өсөн урындар биреү планлаштырыла.
Халыҡ-ара компанияға 1927 йылда нигеҙ һалынған, һәм хәҙер уның хеҙмәткәрҙәре донъяның 100-ҙән ашыу илендә эшләй.
«Шлюмберже» Рәсәйҙә 1929 йылда уҡ эшләй башлай. Һуңынан ҡырҡ йылға яҡын бәйләнештәр өҙөлә. Ул БДБ-ла үҙ эшен 1991 йылда яңырта һәм Көнбайыш Себерҙә кабель каротажын башҡарған беренсе сит ил сервис компанияһы була.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
Читайте нас: