Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
10:16 (UTC+5), 21 Октября 2009

“Далан” төркөмө яңы “Башҡорт балы” программаһы менән сығыш яһай

Әлфиә Әһлиулллина
24 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында “Далан” йәштәр эстрада төркөмө сығыш яһай. Танылған коллектив үҙенең “Башҡорт балы” исемле яңы концерт программаһын тамашасыға тәҡдим итәсәк.
Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был программаға әлегә тиклем сәхнәлә бер ҡасан да башҡарылмаған өр-яңы вокаль һәм хореографик композициялар ингән. Шул иҫәптән “Далан” төркөмө солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Минзифа Исҡужина интерпретацияһында “Башҡорт балы” йыры.
Белеүегеҙсә, “Далан” республикабыҙҙа иң уңышлы төркөмдәрҙең береһе. Ул Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә популярлыҡ яуланы. Артистар йыш ҡына Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск һәм башҡа өлкәләргә гастролдәргә сыға. Коллективтың был төбәктәр буйлап яңы программа менән сираттағы гастролдәре декабрҙә үк көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика