10:26 (UTC+5), 21 Октября 2009

Башҡортостанда “ Почта ярҙамы” хәйриә акцияһы башланды

Башҡортостанда “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының сираттағы махсус проекты “Почта ярҙамы” хәйриә акцияһы башланды. Был акция “Мин булмаһам, кем?” хәйриә фонды менән берлектә үткәрелә һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балаларға белем алырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың элемтә бүлексәләрендә был хаҡта мәғлүмәт материалдары менән танышырға була һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы, етемдәрҙе, ғәрип балаларҙы дистанцион уҡыуға урынлаштырыу өсөн ярҙам йыйыла. Шулай уҡ балаларға бушлай уҡыу әсбаптары, тематик энциклопедиялар, Мәскәү уҡытыусыларынан интернет-консультациялар алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
“Рәсәй почтаһы” социаль яуаплы предприятие булараҡ, төрлө социаль программа һәм проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Дистанцион белем алыу” проекты ярҙамында 2008-2009 уҡыу йылында төбәктәрҙәге балалар йорттарынан һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған 85 юғары класс уҡыусыһы мәктәпте уңышлы тамамланы. Ун беренсе класс уҡыусыларының 75 проценты юғары уҡыу йорттарына, 27 проценты профессиональ-техник училищеларына инде. Студенттарға вузда уҡыған бөтә осорҙа матди, консультатив һәм әхләҡи ярҙам күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика