10:44 (UTC+5), 20 Октябрь 2009

Пандемик гриптың таралыуына юл ҡуйылмаясаҡ

Елена Макушина
Хәҙерге ваҡытта донъяла А/H1N1 грипп вирусы менән 385964 зарарланыу осрағы теркәлгән, уларҙан 4652 кеше вафат булған. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Кучимова хәбәр итте.
“Был сир донъяла теркәлгән мәлдән алып Башҡортостан Республикаһында уның инеү осраҡтарын асыҡлау һәм инфекцияның таралыуын иҫкәртеү буйынса мониторинг ойошторолдо һәм үткәрелә”, - тине ул.
Инфекцияның республика территорияһына инеү ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында “Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығының санитар-карантин пункты (СКП) белгестәре сит илдәрҙән килгән рейстар пассажирҙарының һәм экипаж ағзаларының тән температураһын билдәләү өсөн контактһыҙ термометр ҡулланып тикшереү үткәрә.
2010 йылда Рәсәй Федерациһы дәүләт сиге аша үткәреү пунктын стационар тепловизор менән йыһазландырыу планлаштырыла.
26 апрелдән алып әлеге ваҡытҡа тиклем СКП белгестәре Европа һәм Азия илдәренән килгән 749 һауа судноһын, 5510 экипаж ағзаһын, 100 840 самаһы пассажирҙы тикшерҙе. Был ваҡыт эсендә киҫкен респиратор инфекция билдәләре менән 76 ауырыу асыҡланды, 51 кеше госпиталгә һалынды. Бөтә ауырыуҙар стационар шарттарында йәки өйҙә вирусҡа ҡаршы дауалау курсы үтте. A/H1N1/ вирусы тыуҙырған грипп ике кешелә раҫланды.
Халыҡ араһында грипп һәм киҫкен респиратор инфекциялар вирусы әйләнешенә мониторинг ойошторолдо. Инфекция таралған урындарҙа эшләү өсөн “Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы базаһында санэпидотряд ойошторолдо, уның составына төрлө профилдәге 21 белгес инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика