15:34 (UTC+5), 16 Октября 2009

«ДДТ» төркөмө Өфөлә ике концерт бирәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
Ике йыл үткәндән һуң Юрий Шевчук һәм «ДДТ» төркөмө Өфөлә ике концерт бирәсәк. Тәүге концерт "DDT" Rock'n'Roll" программаһы менән “Өфө уттары” күңел асыу комплексында,ә икенсеһе — "DDT" Акустика” исемле программа менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.
Күңел асыу комплексында буласаҡ концертта төркөм үҙенең “Хәбәрһеҙ юғалған" тип исемләнгән яңы альбомы менән сығыш яһаясаҡ. Унда тамашасылар иғтибарына музыканттар ике йыл әҙерләгән 11 йыр тәҡдим ителәсәк. Альбом ҡапма-ҡаршы йөкмәткеле: ауыр рок лирика һәм философик уйланыуҙар тулы көй менән бергә яңғырай.
Икенсе концертта һәр бер йыр акустик музыка ҡоралдары ярҙамы менән тормош, халыҡ, илебеҙ һәм уның киләсәге тураһында асыҡ һөйләшеү булып торасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика