06:58 (UTC+5), 16 Октября 2009

Биш режиссер республика хаҡында кино төшөрә

Әлфиә Әһлиуллина
Булат Йосоповтың Кино мәктәбендә “Биш режиссер республика хаҡында кино төшөрә” темаһы буйынса конкурста еңеүсе йәш режиссерҙар үҙҙәренең тәүге ҡыҫҡа метражлы фильмдарын төшөрөүгә тотона. Кино төшөрөү осоро 18 октябрҙә башлана, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығына проект кураторы Никита Канапацкий.
Программала ҡатнашыусы һәр кеше үҙ фильмының сценарисы һәм режиссеры ролендә сығыш яһай. Кино төшөрөү процесына ике көн бүленгән. Процесҡа Кино мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре етәкселек итә - был Булат Йосоповтың төп принциптарының береһе. Үҙ эштәрен йәш режиссерҙар тамашасыларға декабрь аҙағында ҡала кинотеатрҙарының береһендә тәҡдим итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ойошторған конкурс һөҙөмтәләре буйынса кинорежиссер Булат Йосоповҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты бирелгәйне. Булат Йосопов был грантты үҙенең ошо проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика