05:03 (UTC+5), 16 Октября 2009

Анкарала Сыңғыҙ Айтматов ижадының башҡорт әҙәбиәтенә тәьҫире тураһында һөйләштеләр

Әхәт Сәлихов
Анкарала билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматовтың ижади мираҫын өйрәнеүгә арналған Халыҡ-ара ғилми конференция булып уҙҙы. Унда Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты. Башҡорт ғалимдары, Американың Ҡушма штаттары, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм Япония ғалимдары менән берлектә, Сыңғыҙ Айтматов ижадының башҡорт әҙәбиәтенә тәьҫире, башҡорт халыҡ ижадында һәм яҙыусы әҫәрҙәрендә мифологик сюжеттарҙың тап килеүе тураһында һөйләне.
ТЮРКСОЙ халыҡ-ара ойошма һәм Анкара университеты ойошторған конференция сиктәрендә күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусының тормошо тураһында документаль фильм, “Аҡ пароход” нәфис фильмы һәм “Манҡорт” спектакле (Эскишехир ҡалаһы дәүләт театры) күрһәтелде.
Конференцияла шулай уҡ Сыңғыҙ Айтматовтың һеңлеһе, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Мария Айтматова, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуасары Әминә Ғәзизова, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусылары Мөхтәр Ауэзов һәм Абайҙың ижадын тикшереүсе Николай Анастасьев ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика