14:37 (UTC+5), 14 Октября 2009

“Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсында наградаға лайыҡ мәктәптәр

Санкт-Петербургта “Өлкәндәр белеме аҙнаһы” ЮНЕСКО акцияһы сиктәрендә “Матур мәктәп-2009” халыҡ-ара конкурсы үтте. Башҡортостандан унда Өфө ҡалаһының 118-се, 68-се дөйөм белем биреү мәктәптәре, 65-се гимназияһы, Белорет районының Сәрмән балалар йорто һәм Әлшәй районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡатнашты. Беҙҙең учреждениелар тәҡдим иткән проекттар дипломдар менән билдәләнде. Ә әлшәйҙәрҙе – республика граждандарының шәхес булып формалашыуы һәм үҫешеүе, уҡыусыларҙың социаль мөһим эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған белем биреү учреждениеһы моделенең үҙенсәлекле концепцияһы авторҙарын – жюри ағзалары Швецияға һәм Финляндияға туристик путевка сертификаты менән дәртләндерҙе.
Бынан тыш, “Өлкәндәр белеме аҙнаһы” акцияһы сиктәрендә Санкт-Петербург педагогия университетында БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың “Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы: инновацияларға асыҡлыҡ” китабын презентациялау үткәрелде.
- Ул форумда ҡатнашыусыларҙа шундай йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты, хатта йыйылыусыларҙың һорауы буйынса был тикшеренеүҙә ҡаралған проблемалар буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙек, - ти Ғәлиә Мохтар ҡыҙы. – Китаптың йөкмәткеһе мәғарифты яңыртыу процесының бөтә яҡтарын солғап ала, мәғариф системаһын артабан үҫтереү йүнәлештәре бирелгән, уҡыусыны һуңғы ваҡытта педагогик практикала киң ҡулланылған “портфолио” төшөнсәһе менән таныштыра. Китапта уҡыусыларҙың, студенттарҙың ижади эштәренән таблицалар һәм фрагменттар бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика