10:50 (UTC+5), 14 Октября 2009

Мәктәптәрҙә ашатыу системаһы камиллаштырыла

Эльмира Сабирова
- Бөгөн бөтә мәктәп ашханаларында ла эҫе аш биреү ойошторолған, - тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы кәңәшмәлә ҡулланыу баҙары идаралығының йәмәғәт туҡланыуы бүлеге начальнигы Игорь Сысолятин. – Уҙған йыл менән сағыштырғанда уҡыусыларҙы туҡландырыу менән солғап алыу 0,75 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә байтаҡ балалар ата-әсәләре аҡсаһы иҫәбенә туҡланыуын дауам итә – 2008 йыл кимәле менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балаларға көнөнә бер уҡыусыға адреслы дотация күләме 11,27 һумдан 13 һумға тиклем арттырылды.
“Мәктәп һөтө” системаһы буйынса башланғыс синыф уҡыусылары аҙнаһына өс тапҡыр өҫтәмә рәүештә бушлай һөт алыуын дауам итә. Был эксперимент “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә икенсе йыл бара. Мәктәп туҡланыуы буйынса үҙ проектын тормошҡа ашырыуға республика баш ҡалаһы федераль бюджеттан 50 миллион һум күләмендә субсидия алды.
Шулай уҡ ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә 24 мәктәп ашханаһында капиталь ремонт үткәрелде, уларҙа яңы ҡорамалдар ҡуйылды. Киләһе йыл тағы 26 мәктәп ашханаһын реконструкциялау планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика