Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2009, 18:29

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мәскәү ҡалаһында гастролдә

Мәскәү ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының юбилей гастролдәре бара. Башҡорт артистары сығыштарын Александр Пушкин исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрергә була.
Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһы мәскәүлеләргә былтырғы сезон премьераһын, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған “Шәүрәкәй” лирик драмаһын күрһәтәсәк.
Спектаклдә театрҙың билдәле артистары БР-ҙың һәм РФ-ның халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, БР-ҙың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров, шулай уҡ йәш артистарҙан Щепкин театр училищеһын тамамлаусы Гөлсәсәк Фазлаева, Руслан Хәйсаров һәм башҡалар ҡатнаша.
Рәсәйҙең баш ҡалаһында сығыш яһағандан һуң, Башҡорт дәүләт академия драма театры “Панорама” халыҡ-ара театр сәнғәте фестивалендә ҡатнашыу өсөн Минск ҡалаһына юлланасаҡ.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: