07:08 (UTC+5), 13 Октября 2009

“ Бында Европа Азия менән осраша ” китабы донья күрҙе

Гүзәл Ибраһимова
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы тураһында сиратттағы китап донья күрҙе. “Бында Европа Азия менән осраша ” тигән исемле китап “Башҡортостан панорамаһы” журналы мөхәрририәте тарафынан нәшер ителгән. Баҫма иң элек үҙенсәлекле форматы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Сағыу тышлы бүләк баҫмаһы киң ҡатлам уҡыусыларына урыҫ, башҡорт һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителгән.
Китапта республиканың һәр бер районының майҙаны, иҡтисади хәле, географик урынлашыуы, халыҡ иҫәбе тураһында йөкмәткеле белешмәләр бирелгән.
Баҫмала “Һорауҙар һәм яуаптар” рубрикаһы төп урынды биләй: Башҡортостанда ниндәй иң ҙур йыртҡыс ҡош йәшәй? Республика хөрмәтенә аталған планета бармы? Тәүге башҡорт кинооператоры кем булған? Республикала ер тетрәүҙәре буламы?
Уҡыусылар шулай уҡ урындағы халыҡтың йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙенсәлекле мәҙәниәте, тарихы, республиканың хозур тәбиғәте тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныша ала.
Яңы баҫмала республиканың билдәле фоторәссамдарының уникаль фотолары урын алған.
Китап менән редакцияның http://www.kprb.ru/ сайтында танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика