12:18 (UTC+5), 09 Октября 2009

Белорет ҡалаһында өй туйлаусылар һаны артты

Александр Урцев
Республика көнөн Белорет үҙәк район дауаханаһының ун врачы яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Район башлығы Николай Максимов уларға ошо көндәрҙә тантаналы рәүештә яңы фатир асҡыстары тапшырҙы. Бындай мөмкинселек районда яңы бала табыу йорто төҙөү тамамланыу менән барлыҡҡа килде. Элек дауахананың гинекология бүлеге күп ҡатлы торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан ине. Бала табыу йорто төҙөлөп бөтөү менән, был бүлек шунда күсерелде. Ә бушаған бинала урындағы бюджет иҫәбенә реконструкция эшләп, ун ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшырттылар. Өй туйлаусыларҙың күпселеге – Белорет ҡалаһына бер нисә йыл элек күсеп килгән йәш белгестәр. Үҙ фатирҙары булмау сәбәпле, уларҙың ҡайһы берҙәре күсеп китергә лә уйлай ине. “Хәҙер ситкә күсеү тураһында уйламаясаҡбыҙ ҙа”.– тип ышандырҙы улар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика