04:48 (UTC+5), 07 Октября 2009

Мәжит Ғафури музейында Һиндостан ҡунаҡтары булды

Әлфиә Әһлиуллина
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Һиндостандан оло ҡунаҡтар булып китте. Улар - "Бөтә донья аңы уяныуы" халыҡ-ара конференцияһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Джагдиш Ганди әфәнде һәм Шишир Шривастава әфәнде. Башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури мираҫы һаҡланған йортта ҡунаҡтар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты саҡырыуы буйынса ойошторолған дуҫтарса сәфәр сиктәрендә булды.Сит ил ҡунаҡтары музей экспозицияһы менән танышты, Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы, уның ижады менән ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта уларға музей директоры Фәнис Янышев бәйән итте.
-Беҙҙең өсөн һеҙҙең республика менән танышыу, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү - оло мәртәбә, - тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште Ганди әфәнде,- Бәләкәй генә республикала төрлө халыҡтарҙың үҙ-ара килешеп һәм татыу йәшәүе беҙҙе хайран итте. Әгәр артабан да шулай йәшәһәгеҙ, һеҙҙең хаҡта бөтә донъяла беләсәктәр.
Ганди әфәнде әйтеүенсә, был сәфәр Башҡортостан тураһында уларҙың фекерен ҡырҡа үҙгәрткән һәм улар беҙҙең республика менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер.
Шулай уҡ ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың йомарт һәм талантлы булыуын билдәләп үтте. Ә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты уларға айырыуса көслө тәьҫир иткән.
- Университетта ла үтә талантлы студенттар уҡый.- тине улар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика