05:55 (UTC+5), 06 Октября 2009

Башҡортостан уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һаны буйынса ла алда

Эльмира Сабирова
2009 йылда Башҡортостан уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары һаны буйынса Рәсәйҙең егерме иң яҡшы төбәгенә инде. Был турала БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Олимпиаданың йомғаҡлау этабында еңеп сыҡҡан 29 уҡыусыбыҙ Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында 11-се урын яуларға мөмкинлек бирҙе.
БР Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот әйтеүенсә, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы - һәләтле балалар менән эшләүҙең иң таралған формаларының береһе. Уның нигеҙендә мәктәп программаһы ята. Был һәр балаға олимпиаданың башланғыс этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, 2008-2009 уҡыу йылында мәктәп этабында - 71 мең бала, муниципаль этапта - 40 меңдән ашыу, республика этабында 1934 кеше ҡатнашты. Йомғаҡлау этабы һөҙөмтәләре буйынса 29 уҡыусы беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. 2008 йылда улар 24 ине. Шуларҙан география буйынса олимпиадала - Алмас Саҙрисламов менән Әнүәр Халиев, технология буйынса — Ринат Мотаһаров, экология буйынса — Василий Свистунов, хоҡуҡ буйынса Динара Ялалетдинова хаҡлы рәүештә беренсе урын яуланы.
Быйыл октябрҙә республикала уҡыусыларҙың 2010 йылғы Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының мәктәп этабы старт алды, ноябрҙә инде муниципаль этабы башланасаҡ. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы - ҡышҡы каникул көндәрендә, йомғаулау этабы яҙ үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика