13:11 (UTC+5), 06 Октября 2009

Башҡорт драма театры Мәскәүгә гастролдәргә әҙерләнә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры юбилей гастролдәренә әҙерләнә. 12, 13 октябрҙә уларҙы Мәскәүгә Александр Пушкин исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театры сәхнәһендә көтәләр.
Баш ҡала тамашасыһы менән осрашыуҙың тәүге көнөндә башҡорт артистары РФ, БР һәм ТР-ҙың халыҡ артистары,
БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров
ҡатнашлығында театрлаштырылған ретро-концерт күрһәтәсәк. Мәскәүгә гастролдәренең икенсе көнөндә Башҡорт академия театры театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйыуында уҙған миҙгел премьераһы - "Шәүрәкәй" лирик драмаһын ҡуясаҡ.
Спектаклдә театрҙың төп артистары - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, БР-ҙың Салауат Юлаев
исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, БР-ҙың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр
премияһы лауреаты Алмас Әмиров, шулай уҡ йәш актерҙар, Шепкин театр училищеһын тамамлаусылар Гөлсәсәк Фазлаева, Руслан Хайсаров љњм башҡалар ҡатнаша.
Рәсәй баш ҡалаһындағы гастролдәрҙән һуң Башҡорт академия театры труппаһы "Панорама" халыҡ-ара театр сәнғәте фестивалендә ҡатнашыу өсөн Минск ҡалаһына (Беларусь Республикаһы) юлланасаҡ. Унда артистарыбыҙ "Кәкүк ояһы" спектакле менән сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика