11:45 (UTC+5), 01 Октября 2009

Мостай Кәримдең 90 йыллығына арналған театр фестивале

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан баш ҡалаһында 14 октябрҙән 20-һенә тиклем башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале үтәсәк. Унда республиканың бөтә театрҙары ҡатнашасаҡ, уларҙың һәр береһе Мостай Кәримдең әҫәре буйынса спектакль күрһәтәсәк.
БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль көндәрендә өфөләргә 16 театраль-музыкаль тамаша тәҡдим ителәсәк. Улар араһында милли театр сәнғәте классикаһына әйләнгән спектаклдәр - "Ай тотолған төндә", "Ташлама утты, Прометей" трагедиялары, "Ҡыҙ урлау" комедияһы, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" драмаһы, "Театр яҙы-2009" республика фестивалендә иң яҡшы тип танылған "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған "Луна и листопад"" драмаһы һәм башҡалар.
Фестивалде асыу тантанаһы 14 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында үткәрелә. Был көндө тамашасылар театрҙың башҡорт труппаһы башҡарыуында "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклен ҡарай аласаҡ.
Фестиваль Йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөндә - 20 октябрҙә тамамланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика