11:44 (UTC+5), 01 Октября 2009

ӨДАТУ - иң яҡшы университеттар иҫәбендә

Эльмира Сабирова
Мәғариф өлкәһендәге "РейтОР" бойондороҡһоҙ агентлығы Рәсәй вуздарының сираттағы рейтингын төҙөнө. Был юлы университеттар фәнни ҡаҙаныштар буйынса баһаланды.
Өфө дәүләт авиация техник университеты - илдең 50 төп юғары уҡыу йорто исемлегендә дүртенсе урында. Ул М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан, Санкт-Петербург дәүләт университетынан, Мәскәү инженер-физика институтынан ғына ҡалыша.
ӨДАТУ матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында лидерҙарҙы рейтинг авторҙары бөтә донъя фәнни берләшмәһендә ғилми баҫмаларҙан цитаталар килтерелеүгә ҡарап билдәләй. Мөһимлек критерийы булып Scopus системаһы мәғлүмәттәре нигеҙендәге Хирша индексы (Н-индекс) торған.
ӨДАТУ тағы бер алдынғы урынды биләй, быныһы - Рәсәйҙең төп ғалимдары рейтингында. Бында профессор, нанотехнологиялар кафедраһы мөдире, ӨДАТУ-ның Перспективалы материалдар физикаһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Вәлиев дүртенсе юлды биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика