11:39 (UTC+5), 30 Сентября 2009

Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ун көнлөк

Эльмира Сабирова
Традицион рәүештә Орджоникидзе районында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ун көнлөк район хакимиәте башлығының ветерандар менән осрашыуынан башланасаҡ. "Түңәрәк өҫтәл" артында осрашыу бөгөн, 30 сентябрҙә, үткәрелә. Шулай уҡ бөгөн "Феникс" үҙәгендә "Йәшлек йылдарын хәтерләйек" концерты һәм байрам ашы ойоштороласаҡ.
Бынан тыш, 1 октябрҙән 30-ына тиклем яңғыҙ пенсионерҙар фатирҙарында өмәләр үткәреләсәк. 30 октябрҙә баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡын социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге тарафынан ҡышҡылыҡҡа ауыл хужалығы продукттары әҙерләү ойоштороласаҡ. Ун көнлөк барышында беренсе төркөм инвалидтарҙың өйҙәренә барып парикмахерҙар бушлай хеҙмәтләндерәсәк, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙыу ойоштороласаҡ, ветерандарҙың заявкалары буйынса "социаль таксиҙар" киләсәк.
1 октябрҙән дөйөм белем биреү учреждениеларында, үҫмерҙәр клубтарында класс сәғәттәре, осрашыуҙар, микрорайондарҙың өлкән йәштәге кешеләре өсөн музыкаль кисәләр үткәреләсәк.
Физкультура һәм спорт буйынса район комитеты программаһында ла байрам саралары планлаштырылған. Мәҫәлән, 1 октябрҙә - ветерандар араһында шахмат буйынса район турниры, ә 7-8 октябрҙә спорт фестивале үткәреләсәк, тип хәбәр итә Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика