11:47 (UTC+5), 30 Сентября 2009

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советы үтәсәк

Елена Макушина
Йома, 2 октябрҙә, республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышы үтәсәк. Бишенсе ҙур медсоветты үткәреү урыны итеп быйыл Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш райондары һәм Мәләүез ҡалаһы һайланды. Республика Советы күсмә ултырышының девизы - "Халыҡ һаулығы - Башҡортостандың төп байлығы".
Күсмә ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, төбәктең дауалау учреждениеларының баш врачтары ҡатнашасаҡ. Ултырыштың пленар өлөшө Мәләүез ҡалаһында үтәсәк.
Традицияға әйләнгән республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырыштарын үткәреү бөтә кимәлдәге властарҙың тармаҡ проблемаларына, дауалау- профилактика учреждениеларының ресурстар базаһын нығытыуға иғтибарын нығыраҡ йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика