18:34 (UTC+5), 29 Сентября 2009

Етем балаларҙы урынлаштырыуҙың ғаилә формаларын үҫтереү

Эльмира Сабирова
30 сентябрҙә Өфөлә "Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы урынлаштырыуҙың ғаилә формаларын үҫтереү" темаһына I асыҡ ғилми-ғәмәли конференция эшләй башлаясаҡ. Уны балаларҙы рәхимһеҙ мөғәмәләнән яҡлау милли фонды, "Ғаилә" психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге, баш ҡала финанс-гуманитар академияһының Өфөләге филиалы менән берлектә Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ойоштора.
Форумда ҡатнашыусылар араһында - РФ һәм БР дәүләт власы, урындағы үҙидара, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу өлкәһендәге эксперттар, опека һәм попечителлек органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, эске эштәр идаралығы, социаль яҡлау системаһы белгестәре һәм башҡалар. Улар социаль етемлек, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемаларын тикшерәсәк.
Конференция сиктәрендә тематик секциялар һәм мастер-кластар эше ойоштороласаҡ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортона барасаҡ, унда йыл һайын үткәрелеп килгән опекундар (попечителдәр), аҫрауға бала алыусы һәм патронат ата-әсәләрҙең "Башҡортостан баш ҡалаһының иң яҡшы алмаштырыусы ғаиләһе-2009" ҡала конкурсы үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика