12:10 (UTC+5), 17 Сентября 2009

Үзбәкстан - хеҙмәт мигранттары буйынса беренсе урында

Евгений Рәхимҡолов
Үзбәкстан Башҡортостан Республикаһына хеҙмәт мигранттары һаны буйынса беренсе урынды биләй. Был турала Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ҡарамағындағы Ижтимағи-консультатив советтың күсмә ултырышында идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Хәмит Нафиҡов хәбәр итте.
Бөгөн республикала эшләүсе 27,8 мең сит ил кешеһе иҫәбенән 14 меңдән ашыуы Үзбәкстандан килгән. Уларҙың күбеһе төҙөлөштә (алты меңдән ашыу кеше), ауыл хужалығында (3,7 мең), коммерция эшмәкәрлегендә (ике меңдән ашыу кеше) мәшғүл.
Республикаға хеҙмәт мигранттары һаны буйынса икенсе урынды Вьетнам биләй (дүрт меңдән ашыу кеше), өсөнсө - Тажикстан (өс меңдән ашыу). Башҡортостанда шулай уҡ Азербайжандан, Төркиәнән, Әрмәнстандан, Ҡырғыҙстандан, Сербиянан, Украинанан, Ҡытайҙан килеп эшләүселәр ҙә байтаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика