12:15 (UTC+5), 17 Сентября 2009

Йәш журналистарҙың VI республика фестивале

Любовь Колоколова
Алтынсы тапҡырына Өфөлә йәш журналистарҙың республика фестивале үткәрелә. Быйыл ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Йәштәр йылы, ә беҙҙең республикала Йәштәрҙең башлағыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында үтә. Унда республиканың 35 йәшкә тиклемге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Фестивалгә бөтәһе 50 йәш журналист килде.
Сараны ойоштороусылар - БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы яҡлауында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм Башҡортостан Журналистар союзы.
Йәш журналистар фестивале бөгөн күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы башҡорт публицисы һәм яҙыусыһы Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Фәрит Әхмәҙиев сығыш яһаны.
Фестиваль программаһы бик тығыҙ. "Уҡыусы ниндәй гәзитте өҫтөн күрә?" темаһына дискуссия клубы, БР Милли банкы вәкиле ҡатнашлығында "Финанстар һәм матбуғат" түңәрәк өҫтәле эше ойоштороласаҡ, мастер-кластар үтәсәк. Рус, башҡорт һәм татар баҫмалары журналистары айырым тел һәм стилистик проблемаларҙы, һуңынан бөтәһе бергә гәзит һәм журналдарҙың дизайн мәсьәләләрен тикшерәсәк. "Китап" нәшриәте китап продукцияһы күргәҙмәһен ойошторҙо.
18 сентябрҙә "Таң" ял базаһында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре менән осрашыу үткәрелә. Ошонда уҡ йәштәр тормошон әүҙем яҡтыртыусы журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Журналистар союзында меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Был Рәсәйҙә иң ҙур ижади союздарҙың береһе. БР Журналистар союзы ағзаларының дүрттән бер өлөшө - 35 йәшкә тиклемге кешеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика