Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2009, 23:54
Фенимор Куперҙың 220 йыллығына ҡарата әҙәби кисә
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Америка мөйөшөндә 15 сентябрҙә күренекле америка романисы, мажаралар әҙәбиәте классигы Джеймс Фенимор Куперҙың тыуыуына 220 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә үтәсәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында беләсәк, Американың төп халҡы - индеецтарға арналған шиғырҙарҙы тыңлаясаҡ. Ҡушма Штаттарҙа индеецтарҙың бөгөнгө хәле тураһында Американан Өфөгә сәфәргә килгән ҡунаҡтар ентекле һөйләйәсәк.
Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ Рафаил Зинуровтың "Башҡорт ихтилалдары һәм индеецтар һуғыштары" исемле китабын презентациялау ҙа үткәреләсәк.
Автор:
Лиә Нәғимова
Читайте нас: