18:16 (UTC+5), 10 Сентября 2009

Төркиәнән ғалим-медиктар Башҡортостандан врачтарға лекциялар уҡыны

Елена Макушина
Төркиәнең төп уҡыу йорттарының береһе - Насеttере университетынан (Анкара) профессорҙар эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Башҡорт дәүләт медицина университеты саҡырыуы буйынса профессорҙар Морат Юрдакок һәм Ҡәҙриә Юрдакок яңы тыуған сабыйҙарҙа үпкә сирҙәренең актуаль мәсьәләләре, вакцинация һәм педиатриялағы эко-социаль проблемалар буйынса дүрт лекция уҡыны. Төп тыңлаусылар БДМУ-ның педиатрия факультеты студенттары, Республика балалар клиник дауаханаһы врачтары һәм БДМУ менән Дрезден университеты араһында академик алмашыуҙар программаһы буйынса килгән немец студенттары булды.
Медуниверситеттың тышҡы бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ләйлә Әхмәҙиева хәбәр итеүенсә, БДМУ - башҡарыусы директоры профессор Ҡәҙриә Юрдакок булған IСС-тың (International Children Center) хеҙмәттәшлек итеүсе үҙәге булып торған Рәсәйҙә берҙән-бер вуз.
Ҡунаҡтар Асҡын районындағы "Танып" санаторийына барҙы, унда был шифахана базаһында профессор Морат Юрдакок етәкселек иткән Үҙәк Евро-Азия неонатология йәмғиәттәре Союзы (UCENS) Съезын үткәреү ихтималлығы тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды. Төрөк профессорҙары, учреждение менән ентекле танышып, хеҙмәткәрҙәрҙең профессионализмын һәм башҡорт шифаханаһы потенциалын юғары баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика