Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.96
+0.12
82.97
+0.42
76.16
-0.54
1+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2009, 18:11
Июлдә көндәр бик эҫе булмаясаҡ
Июль Өфө һәм республика халҡына эҫе көндәр вәғәҙә итмәй. "Башгидромет" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яҡындағы көндәрҙә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Иртәгә Өфөлә алты градустан 21 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә, кесе йома көнө - дүрт градустан 23 градусҡа тиклем.
Ял көндәренә һауа температураһы артыҡ үҙгәрмәйәсәк, уның ҡарауы, яуым-төшөм ихтималлығы 40-60 процентҡа тиклем арта. Йома һәм шәмбе ҡойма ямғырҙар үтәсәк. Һауа көндөҙ 21-24 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Төнөн 10-11 градус йылы буласаҡ.
Иртәгә йәйҙең икенсе айы башланыуға ҡарамаҫтан, төбәгебеҙҙә бер нисек тә ысын йәй урынлашып етә алмай.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
июль
һауа торошо
Читайте нас в