11:59 (UTC+5), 30 Июня 2009

118 мең балаға ял итеүҙең арзан формаһы тәҡдим ителәсәк

Эльмира Сабирова
Ял итеүҙең аҙ сығымлы формалары - 2009 йылғы йәйге кампанияның өҫтөнлөклө йүнәлеше. Бөгөнгө көндә 54 меңдән ашыу мәктәп йәшендәге бала туристик һәм палатка лагерҙарында, күп көнлөк походтарҙа һәм һалда йөҙөп ял итә һәм сәләмәтлеген нығыта. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәй буйына уларҙа бөтәһе 118 меңдән ашыу бала ял итәсәк.
Сәләмәтлекте нығытыуҙың һәм ялдың бындай формаһын башҡа ведомстволар ҙа әүҙем яҡлай. Мәҫәлән, 1 июлдә Архангел районында БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм "Бергә" республика йәштәр ирекле хәрәкәте тарафынан ойошторолған "Беҙҙең хәлебеҙҙән килә - беҙ эшләйбеҙ!" палатка лагеры эшләй башлаясаҡ.
Үҫмерҙәрҙә ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә лә өсөнсө йыл рәттән ойошторола. Лагерь программаһында - спорт ярыштары, танып-белеү мастер-кластары һәм башҡалар.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, палатка лагерында Архангел, Әлшәй, Борай, Ишембай һәм Нуриман райондарынан балалар ял итәсәк.
Традиция буйынса лагерь ике сменала үтәсәк: 1 июлдән 13-өнә тиклем һәм 15 июлдән 24-енә тиклем.
Был лагерҙа ял итергә теләүселәр 250-78-24 телефоны буйынса йәки www.vmesterb.ru сайтында өҫтәмә мәғлүмәт белә ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика