12:52 (UTC+5), 29 Июня 2009

Бөрйән районында Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк

Елена Колоколова
3-4 июлдә Бөрйән районының Мәндәғол ауылында Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк.
Тәүге тапҡыр Башҡорт йәштәре көндәре 1991 йылда үтте һәм йыл һайын республиканың төрлө райондарында үткәрелә башланы. Сараның маҡсаты булып Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының күрше субъекттары йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләү, буш ваҡытын киңәйтеү, ижади потенциалын асыу, башҡорт милли йолаларын, традицияларын һәм спорт төрҙәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен киң пропагандалау тора.
Быйыл Башҡорт йәштәре көндәре "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!" девизы аҫтында үтәсәк. Шуға күрә программала күп һанда спорт ярыштары ҡаралған. Шулай уҡ "Рух" традицион патриотик йырҙар һәм бейеүҙәр конкурсы, "Шаян-шоу" башҡорт КВН-ы, таҡмаҡтар бәйгеһе, "Көслөләр һәм йылғырҙар" эстафетаһы үткәреләсәк. Башҡорт йәштәре көндәре тарихында тәүге тапҡыр "Урал айыуы" көс экстремаль ярышы ойоштороласаҡ, унда ҡатнашыусылар төрлө экстремаль физик күнекмәләрҙә көс һынашасаҡ, шулай уҡ уҡтан атыу һәм һөңгө ырғытыу буйынса милли ярыштар ҙа үтәсәк. Бөтә ярыштарҙан һуң кис башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт күрһәтеләсәк. Концерт-дискотека таңға ҡәҙәр барасаҡ.
Сараларҙа ҡатнашыуға республика райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән йәштәр һәм делегациялар саҡырыла. Үҙегеҙ менән палатка, аҙыҡ-түлек һәм йылы әйберҙәр алырға кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика