Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2009, 18:12

Наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған акция

Рәсәй Федерацияһында Йәштәр йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған саралар сиктәрендә 26 июндә Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда Йәштәр көнөнә һәм Наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған республика йәштәр акцияһы үтәсәк.
Сараның төп маҡсаттары һәм бурыстары: наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙә төрлө наркотик матдәләр ҡулланыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу позицияһы тәрбиәләү.
Акция программаһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, "Бигматур", "E-dance" һәм башҡа төркөмдәр ҡатнашлығында концерт номерҙары планлаштырылған. Шулай уҡ бында дәүләттеке булмаған ойошмалар араһында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү буйынса иң яҡшы программаға республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү һәм Strongman көс экстримы буйынса БР һайлап алыу чемпионаты - "Урал батыр-2009" Рәсәй этабы үткәреләсәк.
Сараны ойоштороусылар - БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, "Олимп" БР Бодибилдинг һәм фитнес федерацияһы.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: