18:43 (UTC+5), 24 Июня 2009

Өфөнөң өс мәктәбендә милиция кластары асыла

Лиә Нәғимова
Өфө уҡыусыларының милиция формаһы кейеп парта артына ултырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡатнашлығында 157-се, 42-се мәктәптәрҙә һәм 96-сы лицейҙа ойошторолған эксперименталь профилле милиция кластарына уҡыусылар ҡабул итеү иғлан ителде лә инде.
Милиция класы - ул дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыуға йүнәлтмә. Мотлаҡ предметтар сифатында балалар йәмғиәт үҫешенең социаль-иҡтисади аспекттарын, элементар математиканы, этиканы, РФ-та кеше һәм граждан хоҡуҡтарын өйрәнәсәк, дөйөм физик әҙерлек һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү нигеҙҙәрен үтәсәк. Программаны милиция тарихы, криминалистика нигеҙҙәре, ут, сафта йөрөү һәм махсус физик әҙерлек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәм "хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары һәм уларҙың эшмәкәрлеге" предметы буйынса факультативтар тулыландырасаҡ.
Аҙна барышында дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса дәрестәр туранан-тура мәктәптә һәм аҙнаһына бер тапҡыр махсус предметтар буйынса БР Эске эштәр министрлығының Профессиональ әҙерлек үҙәгендә үтәсәк.
- Бындай профилле милиция кластарында уҡып, уҡыусылар хоҡуҡ һәм социаль дисциплиналар буйынса тәрән белем аласаҡ, үҙ-үҙеңде яҡлау алымдарына өйрәнәсәк. Бынан тыш, уҡыу процесында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инеү өсөн йүнәлтмә аласаҡ, - тип аңлаттылар БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика