11:38 (UTC+5), 23 Июня 2009

Мәктәпте тамамлаусылар балы милиция һағы аҫтында үтәсәк

Лиә Нәғимова
БР буйынса Эске эштәр министрлығының бөтә подразделениеларынан дүрт меңдән ашыу хеҙмәткәр бөгөнгө тәүлектә көсәйтелгән режимда эшләйәсәк - 23 июндә Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙасаҡ. Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 30 мең самаһы уҡыусы мәктәпте тамамлауы тураһында аттестат аласаҡ.
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш балдары көндәрендә бәхетһеҙлек осраҡтарына һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында именлекте тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса бындай саралар йыл һайын күрелә.
Балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектәр хеҙмәткәрҙәре һәм участка милиционерҙары һәр уҡыу йортона беркетелгән. Улар мәктәп стеналарында һәм ҡала буйлап йөрөгәндә уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итәсәк. Юлдарҙа ЮХХДИ-ның көсәйтелгән нарядтары ҡуйыласаҡ. Ҡала Советы, Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙан, Еңеү паркы, Дуҫлыҡ монументы һәм, ғәҙәттә, сығарылыш синыфы уҡыусылары барған башҡа традицион урындарҙы милицияның патруль-пост хеҙмәте айырым һаҡҡа аласаҡ. Бында милиция хеҙмәткәрҙәре 24 июнь иртәнге сәғәт 6-ға тиклем дежур итәсәк.
Шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлауға хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге башҡа йәмәғәт берләшмәләре, шәхси һаҡ предприятиелары һәм ата-әсәләр комитеттары йәлеп ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика