Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2009, 17:42

79 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уҙған аҙнала тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙған өсөн 79 кешене административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тағы 21 эш тикшереү органдарына һәм судҡа ебәрелде.
Дөйөм алғанда, министрлыҡ йыл башынан алып өс меңдән ашыу экологик закон боҙоуҙарҙы асыҡланы, улар буйынса мең ярымдан ашыу кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: