12:40 (UTC+5), 05 Июня 2009

Өфө ҡәлғәһенең 435 йыллығына арналған конференция

Гөлнара Иҡсанова
7 июндә Өфө Үҙәк ҡала китапханаһының Үҫмерҙәр бүлегендә Рәсәй Мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы һәм Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте 26-сы урта мәктәп һәм Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашлығында Өфө ҡәлғәһенең 435 йыллығына арналған "Үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Өфө - быуаттар аша ҡараш" ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрә. Конференцияла йәш тикшеренеүселәр, шулай уҡ уларҙың өлкән кәңәшсе-тәрбиәселәре - Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзалары ла ҡатнаша. Конференцияла ҡатнашыусы уҡыусыларҙың барыһы ла - ҡала, республика, Рәсәй ижади һәм тыуған яҡты өйрәнеү конкурстарында еңеүселәр.
Конференция уҡыусыларҙы Өфөнөң тарихи үткәнен өйрәнеү буйынса үҙ аллы тикшеренеү эшенә йәлеп итеү, Флүрә Әхмәрова исемендәге Ҡала тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзалары менән аралашып, тыуған яҡты өйрәнеү эше тәжрибәһенә эйә булыу, башҡорттар төйәгенең тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында үткәрелә. Рәсәй ислам университеты уҡытыусыларҙың һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең үтенесе буйынса конференция өсөн ҡатнашыусыларҙың докладтары тезистарын әҙерләй. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле дипломдар һәм бүләктәр аласаҡ. Ә уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һәм лайыҡлы материалдар йыл һайын сығарылып килгән "Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп" (Судеб связующая нить") тыуған яҡты өйрәнеү альманахының алтынсы томына инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика