16:43 (UTC+5), 03 Июня 2009

Салауат медицинаһы алға ҙур аҙым яһаны

Салауатта "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте поликлиникаһы подразделениеларын үҙгәртеп ҡороуҙың сираттағы этабы башланды. Поликлиникала әлегә Рәсәйҙә аналогтары булмаған, Европа кимәлендәге цифрлы интеграцияланған лор-операция бүлексәһе асылды. Кarl Storz немец фирмаһының беренсе класлы ҡорамалын "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һатып алды. Реконструкцияның дөйөм хаҡы 70 миллион һум тәшкил итә, шуның 50 миллионы операция блогына тотонолдо.
Лор-операция бүлексәһен асҡанда ҡунаҡтарға һәм журналистарға яңы ҡорамалдың бөтә функциональ мөмкинлектәре күрһәтелде. Яңы лор-операция блогы телемедицина офоҡтарын киңәйтә, видеоконференциялар һәм мастер-кластар үткәреү мөмкинлеге бирә. Был өҫтөнлөктө беренсе булып журналистар баһаланы.
- Ҡайһы бер хеҙмәтләндереүҙәр, әлбиттә, түләүле буласаҡ, - тине матбуғат конференцияһында "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев, - был ҡорамалдың ныҡ ҡиммәт булыуы менән аңлатыла. Компания ветерандары бушлай хеҙмәтләндереләсәк. Әммә шундай хәлдә лә Салауат медицинаһы алға ҙур аҙым яһаны, сөнки Башҡортостандың бөтә көньяҡ төбәге халҡы лор- операция бүлексәһендә сифатлы хеҙмәтләндереү аласаҡ. Хәҙер ҡатмарлы лор-операцияларҙы сит илгә бармайынса ла яһатырға мөмкин буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика