10:46 (UTC+5), 03 Июня 2009

ӨДАТУ-ла бюджет урындары һанын арттырҙылар

Эльмира Сабирова
Өфө дәүләт авиация-техник университетында көндөҙгө бүлектең беренсе курсына уҡытыуҙың бюджет формаһы буйынса студенттар ҡабул итеү 300 урынға арттырылды.
Университеттың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл мең ярымдан ашыу абитуриент был вуздың бушлай уҡыясаҡ беренсе курс студенты була ала. Шулай уҡ магистратураға һәм аспирантураға инеү өсөн бюджет урындары һаны ла арттырылды.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселеге беренсе курсҡа уҡырға инеүселәр өсөн бюджет урындары һанын кәметмәҫкә ҡарар итте. Дөрөҫ, элекке йылдарҙағы кеүек, гуманитарийҙар, иҡтисадсылар һәм педагогтар ҡабул итеү "ҡыҫҡартылды". Бушаған урындарҙы буласаҡ инженерҙар һәм тәбиғи фән профиле белгестәре тултырасаҡ. Тап ошо йүнәлештәр заманса иҡтисади шарттарҙа иң актуаль булып иҫәпләнә.
Мәҫәлән, ӨДАТУ-ла "Энергетика, электротехника һәм энергомашиналар" белгеслектәре төркөмө - 79, "Металдарҙы өйрәнеү, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү" - 73, "Электроника, радиотехника һәм элемтә" - 66, "Авиация һәм ракета-космос техникаһы" 32 өҫтәмә урын алды. Шулай уҡ приборҙар эшләү, автоматлаштырыу һәм идара итеү, транспорт логистикаһы, йәшәйеш именлеге өлкәләренә буласаҡ белгестәр ҡабул итеү ҙә арттырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика