Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
67.99
-0.65
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2009, 18:24
Балаларҙың йәйге ялына ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелә
Республикаға страховкаланған граждандарҙың балаларын сәләмәтләндереүгә бүленгән средстволар күләме йылдан-йыл арта. Әгәр былтыр РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан 520 миллион һум аҡса тотонолһа, 2009 йылға иһә был маҡсаттарға 579,2 миллион һум бүленде, был былтырғы сығымдарҙан 11,4 процентҡа күберәк.
Мәктәп йәшендәге балалар һанының кәмей барыуы фонында сәләмәтләндерелгән балалар һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл 169 мең самаһы баланың һаулығын нығытыу планлаштырыла, шуларҙан йыл әйләнәһенә эшләгән балалар шифаханаларында һәм санатор-сәләмәтләндереү лагерҙарында, шулай уҡ ҡаланан ситтәге стационар балалар сәләмәтләндереү лагерҙарында - 61,6 меңгә яҡын бала, көндөҙгө лагерҙарҙа 107 меңдән ашыу бала ял итәсәк.
Автор:
Елена Макушина
Теги:
балалар ялы
аҡса бүлеү
Читайте нас: